Перейти к содержимому
Обложка трека Донъя матур — Алты Н
3:42

Трек

Алты Н Донъя матур

Сингл · 2026 · Гранж

Скачать

Текст песни

Донъя матур
Уны күрергә генә кәрәк
Йөрәк - ауыр
Ишетһәң йылы һүҙҙәрҙе һирәк
Ә һин, ә мин, ә мин, ә һин
Эй, тырмашып беҙ тырыштыҡ
Уттарыбыҙҙы ҡауыштырырға
Бәхет урынына- икебеҙ ҙә яндыҡ
Ышанам һиңә
Юлымды яҡтырт миңә
Янымда- йылы кешеләр
Йөрәктәр асыла беҙҙең берҙәмлектән
Рәхмәт һиңә: һәр бер төнгә, көнгә
Нимә булды беҙҙең менән
Нимә булды беҙҙең менән
Яралар үтә, нәфрәт бөтә
Яҡты уйҙар менән мин мәңгегә
Үткәнемде вис ҡалдырам
Мөхәббәтем менән хәтеремдә
Ышанам һиңә
Юлымды яҡтырт миңә
Янымда - йылы кешеләр
Йөрәктәр асыла беҙҙең берҙәмлектән
Килеп сыҡманы- һин ҡайғырма
Үҙ юлыңдан алға атла
Ҡайғы хәсрәтеңде ташла
Борғоланма уйҙар менән
Алда, арта, һулда, уңда - Донъя матур
Ҡара, аңла һәм онотма
Үҙең генә белә(һе)ң ҡайҙа барырға
Йөрәктәр асыла, берҙәмлек йылыта
Алтын менән әйҙә, тағы ла йырла
Күрешербеҙ һинең менән
Матур донъяла, Матур донъяла
Ышанам һиңә
Юлымды яҡтырт миңә
Янымда - йылы кешеләр
Йөрәктәр асыла беҙҙең берҙәмлектән

0:00 0:00