Обложка трека Батырҙың һүнмәҫ йөрәге — Ялагай
3:28

Ялагай Батырҙың һүнмәҫ йөрәге

Сингл · 2025

Скачать

Текст песни

Таң, һуңғы һулыш алып
Ҡара ҡайғыға һалып,
Ҡайтмаҫҡа киттең, батыр
Күк, төпһөҙ диңгеҙ кеүек
Ҡайнар йәштәрен түгеп
Һине оҙата барыр.
Тик, өлгөрмәнең һуңғы тапҡыр күреп Уралынды!

Дан исемеңде күмде.
Дер ҡалтыратып ерҙе
Майҙан тотҡан батырға
Һүҙ дәртләндерер таптың.
Йәштәргә өмөт яҡтың
Еңеү яулап ҡайтырға
Тик, ҡосағыңа алып ярата (а)лмаҫһың шул улдарыңды!

Эй, атай, ғәфү ит мине, йом әле күҙҙәреңде
Һандуғас моңо күмер ерҙә ҡалған эҙҙәреңде.
Аааааа
Өлкән уланыңдың һүҙе терәгең булыр,
Ышаныстан күңелеңә дәрт-илһам ҡуныр
Икенсе улыңдың йөҙө ай булып балҡыр
Алдарыңда юл асылып, йәйғорҙай ҡалҡыр.
Аяҙ көндәй салт күңелле өсөнсө улың
Ҡояш йылыһы килтерер һәр йылмайыуы.
Йөрәк түрендә һаҡлайбыҙ биргән аҡылың:
Юғалтмабыҙ бер ҡасан да рухын халҡымдың

0:00 0:00