Текст песни
Йәйге бер иртәлә илгә килде бәлә
Дошман булды пәйҙа көтмәгәндә
Илде яҡлар өсөн, ерҙе һаҡлар өсөн
Ҡоштар ҡанаттарын йәйҙеләр
Һуғыш упҡынына йүнәлделәр
(Кушымта)
Яңгыҙ әсә уҡып доғаларын
Көтөп ҡала гәзиз балаларын
Илде яҡлар өсөн осҡан ҡоштар
Мәңге үлмәҫ, ҡалыр йөрәктә!
Мәңге ҡалыр тарих битендә!
(Кушымта)
Бөгөлмәҫ теҙҙәре, ялҡынлы күҙҙәре
Тик нур булып балҡый йөҙҙәре
Әгәр ҙә һуғышта шәһит булып ҡалһа
Уларҙы һеҙ "үлгән" тимәгеҙ!
Мәңге бөтмәҫ улар ҡалдырған эҙ!