Текст песни
Күҙ һалғанда көҙгөләрҙә
Сағылған йөҙҙәремә;
Сумғым килә йөрәгемә
Йән өргән күҙҙәреңә
Тойғом килә элеккесә
Мине яратыуыңды
Уны ғына һөйәм тиеп
Хәбәр таратыуыңды
Сумғым килә ҡарашыңдың
Иҫерткес яҙҙарына
Йән иреткес һөйөүеңдең
Илерткес наҙҙарына
Көҙгөләрҙә сағылыуым
Ул һиңә яғылыуым
Кем теләмәй мөхәббәттең
Йәнендә сағылыуын