Текст песни
Тәҙрә алды – гөлдәр
Сәскә ата йәсмин
Һинең хаҡта – хистәр
Йөрәгемдә – гел һин
Ике ҡоштар һымаҡ
Зәңгәр күктә осоп
Ғүмер буйы бергә
Тормош юлын уҙып
Һөйөү һүҙҙәр һиңә
Гел әйтәһем килә
Һоро-йәшел күҙгә
Гел ҡарайһым килә
Йөрәгемдә – гел һин
Һиңә тигән хистәр
Яҙмыш менән яҙған
Өҙмәҫ еп йөрәктәр
Күҙ алдында һәр саҡ
Мин яратҡан күҙҙәр
Йәсмин сәскә ата
Алда – тик бәхеттәр