Текст песни
Йырҙар ерҙә түгел, күктә тыуа —
Күктең иң юғары ҡатында.
Йыһан донъяһының моңон алып
Ергә төшә рух ҡанатында.
Йырҙар көҙөн тыуа. Йырсы ҡоштар
Һаубуллашып ҡанат ҡаҡҡанда.
Көҙгө елдәр беҙҙең хыялдарҙы
Һөйөү усағына яҡҡанда.
Йылдар уҙғас минең хистәремде
Көйгә һалыр илһам нурҙары.
Мәңгелеккә көҙгө нағыш булып
Йыһандарға етһен йырҙарым.