Перейти к содержимому
Обложка трека Һөйәм ғәзиз Өфөмдө — Гульемеш Клысова
3:36

Трек

Гульемеш Клысова Һөйәм ғәзиз Өфөмдө

Сингл · 2025 · Поп, Этническая

Скачать

Текст песни

Сәләмләй Ағиҙел тулҡындары
Баш ҡалаға килгән һәр кемде
Бала саҡтан күңелемә яҡын
Сикһеҙ һөйәм ғәзиз Өфөмдө

Быуаттарҙы-быуаттарға ялғап
Күркәмләнә Өфө ҡалаһы
Болоттарға ашҡандай Салауат
Башҡортомдоң ғорур балаһы

Мөхәббәтем арта һиңә, Өфөм
Сыҡҡан саҡта ҡояш ҡыҙарып
Һиндә кешеләрҙең йөҙө яҡты
Шат тауышлы егет-ҡыҙҙарың

Илһөйәрҙәр, эшһөйәрҙәр менән
Лайыҡлы дан-шөһрәт яуланың
Йәшә балҡып, Өфөм, йәшә мәңге
Баш ҡалаһы Башҡортостандың

0:00 0:00