Текст песни
Күңелем гел һиңә тартыла
Ышанысымды аҡларһыңмы?
Хистәремдең ап-аҡ сафлығын
Йөрәк түреңдә һаҡларһыңмы?
Ҡуҙғалтың йәнемдә саф һөйөү
Һин ҡайнар хисемдең хуҗаһы
Бары тик кәрәк шул хистәрҙе
Тапламай ҙур тормош уҙаһы
Йәшерен серҙәрем юҡ һинән
Һин минең бөтөн йәшәйешем
Янымда берҙән-берем булып
Йәшәрһең, йәшә, яҡын кешем
Якты дөнъяларҙа һәр ваҡыт
Янымда булыуың теләйем
Күңелемдән һиңә һаулыҡтар
Иҫәнлектәр теләп йөрөйем
Һин миңә бик кәрәк, бик кәрәк
Әйтәмен яңынан ҡабаттан
Йәндәремә рәхәт: ""Һин дә бит
Миңә кәрәк"", тигән яуаптан.