Текст песни
Һығылған саҡтар була,
Һағынған саҡтар була.
Түҙемлектәр һорай-һорай,
Илаған саҡтар була.
Һөйөлгән саҡтар була,
Көйөнгән саҡтар була.
Ергә ярай тыуғанмын тип,
Һөйөнгән саҡтар була.
Ҡыуанған саҡтар була,
Йыуанған саҡтар була.
Башты ҡайҙа ҡуйырға тип,
Уйланған саҡтар була.
Һөйөлгән саҡтар була,
Көйөнгән саҡтар була.
Ергә ярай тыуғанмын тип,
Һөйөнгән саҡтар була.
Юғалған саҡтар була,
Табылған саҡтар була.
Үҙемде ҡоштай хис итеп,
Талпынған саҡтар була.