Текст песни
Тормош дингеҙ, кеше унда
Бары тик тамсы ғына
Ул да дингеҙгә ҡушылып
Йә бер шаулай, йә тына
Тамсының да шул дингеҙҙә
Бер көнлөк бит ғүмере
Яңы таң атҡанға тиклем
Ул йәшәй һәм ул тере
Ул йәшәй, тоя уның да торлө саҡтары була
Йә бер һөйөнөп уйнай ул
Йә бер ҡайғыға тула
Йәшәй, тоя уның да төрлө саҡтары була
Йә бер һөйөнөп уйнай ул
Йә бер ҡайғыға тула тула, тула
Шул саҡтарҙа өҙгөләнеп
Осрап хәсрәт һәм зарға
Ни эшләргә белмәйенсә
Бәрелә ул ярҙарға
Белеп булмай иртэгәһен
Тамсыларҙы ни көтә ни көтә
ел, дауыл, йәшен, ҡояшмы
Әйтсе дингеҙ ни көтә
Ул йәшәй, тоя уның да торлө саҡтары була
Йә бер һөйөнөп уйнай ул
Йә бер ҡайғыға тула
Йәшәй, тоя уның да төрлө саҡтары була
Йә бер һөйөнөп уйнай ул
Йә бер ҡайғыға тулатула, тула тула
тормош дингеҙ кеше унда
Бары кескәй бер тамсы
Ғумер ҡыҫҡа ул бит тере
Офоҡтан таң атҡансы