Обложка трека Ҡара юрға — Алиса Жумагалиева, MurVaGuz
2:23

Алиса Жумагалиева, MurVaGuz Ҡара юрға

Сингл · 2025

Скачать

Текст песни

Бесән элек ашаны аттар
Хәҙер уға бензин ашатам
Ул башҡа тоҙҙо яламай
Һиңә ҡарамай ҡоймаһаң ҡара май

Йөрөй йылҡылар өйөрө
Йөрөй йөрөй йылҡылар өйөрө
Һинең бер бөртөк атың йөрөй яланда
Минең аттарым үкереп саба капот аҫтында

Һайт ҡара юрғам
Осоп сыға юлға
Юлымдан һин юғал
Йоҡла тотоп юрған

Кеше тора урап
Тағы сабам тура
Матуралатам урам
Моторым да турбо

Һайт ҡара юрғам
Тайт ҡара юрғам
Осоп сығам юлға
Юлымдан юғал

Газ баҫҡаныма һин аптырама
Минән ҡурҡа һәр бер бағана

0:00 0:00