Текст песни
Туҡтатаһы килә ваҡытты
Һин янымда саҡта бер аҙға.
Яратам тип тағын ҡабатлайым,
Бул ҡояшым минең, бул айым.
Һин барында йәнем бәхетле
Яҙмышҡа мең тапҡыр рәхмәтле
Яраттым мин һине мәңгегә
Бул үҙемә генә ғүмергә
Беҙҙең һөйөү эҙҙәре,
Теймәҫ микән күҙҙәрем.
Һалҡын төндэ йәнемде йылыта,
Ҡараңғыла миңә юл күрһәтә
Һөйәм тигән һүҙҙәрең.