Обложка трека Бирешмэм — AKYEGET
3:12

AKYEGET Бирешмэм

Сингл · 2023

Скачать

Текст песни

Нийҙәр генә булһала
Үҙ юлымдан барам
Бирешмәм
Тормош һынап ҡарар
Йығыр аяғымдан
Бирешмәм

Нийҙәр генә булһала
Үҙ юлымдан барам
Бирешмәм ныҡышам тырышам
Тормош һынап ҡарар
Йығыр аяғымдан
Бирешмәм барыһын еңеп сығам

Минең юл оҙон әҙер барыһына
Нийҙәр генә күрҙем Нийҙәр булыр алда
Тормош үҙ кулымда барамын тик алға
Югерэм хыялдарга туҡтамайынса ялға

Ҡояшлы якты көндәр
Алмашты ҡара төнгә
Ҙур һынау ғүмеремдә
Күктән йығылдым ергә

Бик ҡыйын күңелемә
Шул ауыр көндәрҙә
Ҙур терәк булды миңә
Рәхмәтлемен мин һеҙгә

Яҡын кешеләр
Һуҙҙылар ярҙам ҡулын
Аяғыма мин торҙом
Асылды алда юлым

Һынауҙы еңеп сығып
Эшләнем Ҙур аҙым
Канатландым
Осорға хәҙер әҙер

Ҡара төндәр үтә
Аяҙ көндәр етә
Минең күңелемдә
Ҡояш нурын һибә
Карайым һауаға
Батам ҡаты уйға
Нимә булыр алда
Ошо юлымда

Тормошта куп һынауҙар була
Әҙер булыр кәрәк барыһына
Бөгөнгө көнөң якшы икән
Ҡәҙерен белеп йәшәргә ҡала

Нийҙәр генә булһала
Үҙ юлымдан барам
Бирешмәм ныҡышам тырышам
Тормош һынап ҡарар
Йығыр аяғымдан
Бирешмәм барыһын еңеп сығам

Бер нимәнән ҡурҡмай
Алға табан атлай
Урынында тормай
Йондоҙҙарға ҡарай
Якты йондоҙ күренә
Шул йондоҙға Үреләм
Әйҙә минең менән бергә
Яуларға яңы үрҙәр

Нийҙәр генә булһала
Үҙ юлымдан барам
Бирешмәм ныҡышам тырышам
Тормош һынап ҡарар
Йығыр аяғымдан
Бирешмәм барыһын еңеп сығам

Нийҙәр генә булһала
Үҙ юлымдан барам
Бирешмәм ныҡышам тырышам
Тормош һынап ҡарар
Йығыр аяғымдан
Бирешмәм барыһын еңеп сығам

Барыһын еңеп сығам

0:00 0:00