Перейти к содержимому
Обложка трека Осҡан мөхәббәт — Любизар
3:08

Трек

Любизар Осҡан мөхәббәт Remix

Сингл · 2026 · Поп, Этническая

Скачать

Текст песни

Мендәргә башыңды терәп
Илап ултырма
Был йырыбыҙ һинең өсөн
Һин беҙҙе тыңла

Күҙ алдымда бергә көндәр
Яраттырҙың, яндырҙың
Бергә булмаҫты белһәк тә
Һин мине ышандырҙың
Һин мине йыуатҡайның
Сәстәремдән иркәләп
Ә йөрәк күптән белде
Булалмайбыҙ бергәләп

Мендәргә башыңды терәп
Илап ултырма
Был йырыбыҙ һинең өсөн
Һин беҙҙе тыңла

Һуңғы өмөт һүнеп бара
Ҡабат дөрләп яналмай
Бергә үткән көндәр генә
Көндәр инде ҡайталмай
Киләсәгең ҡурҡындыра
Күҙҙәрең йәшкә тулған
Мөхәббәт аҙашып ҡалған
Йөрәк ҡаның һыуынған...

Мендәргә башыңды терәп
Илап ултырма
Был йырыбыҙ һинең өсөн
Һин беҙҙе тыңла

Осрашһаҡ та, ташлашһаҡ та
Йәшлек әрәм үтмәһен
Заяға үткән көндәрең
Килер ул мөхәббәтең

Мендәргә башыңды терәп
Илап ултырма
Был йырыбыҙ һинең өсөн
Һин беҙҙе тыңла

0:00 0:00