Перейти к содержимому
Обложка трека Үкенескә ҡалды... — Лилия Киреева
4:15

Трек

Лилия Киреева Үкенескә ҡалды...

Сингл · 2021 · Поп, Этническая

Скачать

Текст песни

Тыуған көнөң еткәс байрам менән
Ҡотларға ла, атай, ҡайтманым
Бала саҡ бит, йүләрерәк саҡ шул
Аңламаным, ваҡыт тапманым

Ғүмер сәғәттәрен үҙгәртерлек
Мөғжизәләр юҡтыр, тапманым
Байрамыңа, атай, өлгөрмәнем
Үкенескә ҡалды ҡайтмауым

Ҡотлар инем, хәҙер ҡотлар инем
Ҡорор инем матур табында
Һуңға ҡалдым, ваҡыт етмәй ҡалды
Юҡ шул хәҙер, юҡ шул атайҙа
Ишетәһеңме, атай, ишетәһеңме?
Тыуған көнөң менән ҡотлайым
Һин әүлиә, атай, беләһеңдер
Ерҙә ҡалған ҡыҙың ҡотларын

0:00 0:00