Текст песни
Һинең күҙҙәрең - күҙҙәрең яна уттай!
Һинең иренең - иренең тәмле һуттай!
Һинең тәнеңдән ҡулдарҙы алып булмай!
Алып булмай
Күп һүҙ.
Кәрәкмәй һиңә күп һүҙ.
Әйҙә һүҙһеҙ.
Бүлмәлә уттар һүнһен.
Һүнһен!
Уйҙар һүнһен!
Улар һүнһен!
Башым юҡ,
Уны оноттом мин өйҙә.
Ул кәрәкмәй,
Сөнки һин бит эргәлә!
Ҡулымды тот,
Әйҙә минең менән бергә!
Йыһанға!
Икәүләп бергә!
Һинең күҙҙәрең - күҙҙәрең яна уттай!
Һинең иренең - иренең тәмле һуттай!
Һинең тәнеңдән ҡулдарҙы алып булмай!
Алып булмай
Күп,
Башыңда төрлө уйҙарың.
Күп,
Уйҙарың минең турала.
Бер ҡарашыңдан мин йылына,
Һыуыҡ һүҙҙәрҙе һинән ишетмәм.
Мөхәббәт ут һымаҡ яна, беҙҙең арала!
Бер ҡасанда айырмаҫ, беҙҙе ҡыйын аралар!
Һинең тауышыңды ишетәм мин һаманда.
Шул көндәрҙе онотмайым һаманда.
Һаманда-
Йөрәгемдә!
Мәңгегә-
Хәтеремдә!
Көрән күҙҙәр минең ҡаршымда,
Әйтә торған һүҙҙәрем минең генә башымда.
Ҡәнәғәтләнмәгән минең хыялым - хыялым.
Һин минең ер, мин һинең айың!
"Матурым, привет!
Ә мин һине һағындым ныҡ итеп...
Бөгөн кискеһен күрешә алабыҙмы?"
Һинең күҙҙәрең - күҙҙәрең яна уттай!
Һинең иренең - иренең тәмле һуттай!
Һинең тәнеңдән ҡулдарҙы алып булмай!
Алып булмай