Перейти к содержимому
Обложка трека Әсе йәштәр — Азат Худайгулов, Алина Газизова
2:55

Трек

Азат Худайгулов, Алина Газизова Әсе йәштәр

Сингл · 2025 · Поп

Скачать

Текст песни

Әсе йәштәр күҙҙән тама минең
Оҙаҡҡа түгел, әммә китәһең!
Алыҫ яҡҡа, әрме сафтарына
Тик бел шуны, һин төштә, ҡосағымда!

Рота подъем!

Башлана минең көнөм
Автомат тотоп йүгерәм мин көнөн-төнөн
Бөтә булған уйҙар - ашарға ла йоҡларға
Тағы нимә булһын һалдаттың аңында?

Ровнясь! Смирно!

Атлайбыҙ тик алға
Артта ҡала үткән ваҡыт, әрме сафтарында
Кисә генә оҙатты туғандар һәм дуҫтар
Ҡалды күп тә түгел, туған яҡҡа юлдар!

Мөхәббәтем, һине мин һағынам
Ҡайҙа булһам да бары онотмам!
Моңло тауышынды һәр көндә аламын иҫкә
Зинһар күберәк йылмай, һин бит шундай иркә!

Ҡайсаҡтарҙа, йоҡлай алмайым төндәрен
Иҫкә төшә йондоҙҙай яҡты күҙҙәрең!
Йылы йәйге бәхетле, күңелле саҡтар
Беренсе ҡар яуғас, һалдатың ҡосаҡлар!

Әсе йәштәр күҙҙән тама минең
Оҙаҡҡа түгел, әммә китәһең
Алыҫ яҡҡа, әрме сафтарына
Тик бел шуны, һин төштә, ҡосағымда!

Көтәм һине иркәм мин, һағынам!
Ваҡыттың тиҙ уҙыуына, ышанам!
Көндәр буйы уйланам, төндәрен йоҡлай алмам
Хаттар яҙам!
Миҙгелдәрҙе оҙатам, көн һайын башта һүрәт сығарам
Нисек һине ҡаршы алам!

Әсе йәштәр күҙҙән тама һинең
Оҙаҡҡа түгел, әммә китәмен
Алыҫ яҡҡа, әрме сафтарына
Тик беләмен мин, төштә, ҡосағыңда!

Әсе йәштәр күҙҙән тама минең
Оҙаҡҡа түгел, әммә китәһең
Алыҫ яҡҡа, әрме сафтарына
Тик бел шуны, һин төштә, ҡосағымда!

0:00 0:00