Перейти к содержимому
Обложка трека Экиэт — Азат Худайгулов, Назгуль Байгутлина
3:09

Трек

Азат Худайгулов, Назгуль Байгутлина Экиэт

Сингл · 2024 · Поп

Скачать

Текст песни

Тамамлана әкиәт
Тамамлана әкиәт

Бәхетһеҙ ҡалған ике иҫәр
Ҡабаттан ҡарай күккә
Йәндәре илай-илай, һағынып көтә
Тик тамамлана әкиәт
Бәхетһеҙ ҡалған ике иҫәр
Ҡабаттан ҡарай күккә
Тик һүнә
Мөхәббәт

Кисен, иртән, бөгөн, төнөн
Күңелдә һаман да һәр-бер һүҙе, тыны, өнө
Түҙмәй бушлыҡты йөрәктәр таш кеүек ҡата
Ниңә улар көтәләр икән яуапһыҙ хаттар

Ашыға улар, ҡанаттар ҡаға
Йондоҙҙар юлдаш, әйҙәй тағы ла, бәхет тарата
Яҙмыш ептәре бәйле, ҡаты мәңгегә
Көтә микән уларҙы яҡты киләсәк, етәсәк!

Атыла китә, күңелгә инә
Һорауҙар бөтмәҫ, нимә әйтегә, нимә көтөргә
Ҡыла доғалар, изге күңелдән, ҡараш һаман да күктә
Яна һуңғы өмөттәр, теләктәр...

Ябылһа ла бөтә юлдар
Ишетәм - һинең аҙымдарҙы
Тик бер Аллам ишетә беҙҙең
Теләк-хыялдарҙы...

Бәхетһеҙ ҡалған ике иҫәр
Ҡабаттан ҡарай күккә
Йәндәре илай-илай, һағынып көтә
Тик тамамлана әкиәт
Бәхетһеҙ ҡалған ике иҫәр
Ҡабаттан ҡарай күккә
Тик һүнә
Мөхәббәт

Әйткән һүҙҙәр һаман иҫтә
Хыялдар ҡалды тик күңелдә
Бәлки башҡа донъяларҙа беҙ
Бергәлер, йәнем

Ҡабат-ҡабаттан
Үтәм беҙҙең тәүге юлдарҙан
Хаттарға тула бүлмә
Тик китмәй улар һиңә

Күпме йылдар үтә китте
Һине генә минең йәнем көттө
Ҡалды инде хәҙер беҙгә
Һуңғы аҙым, аҙым

Әйткән һүҙҙәр
Һуңғы аҙымдар
Ҡалыр беҙҙең арала тик
Әкиәт булып...

Бәхетһеҙ ҡалған ике иҫәр
Ҡабаттан ҡарай күккә
Йәндәре илай-илай, һағынып көтә
Тик тамамлана әкиәт
Бәхетһеҙ ҡалған ике иҫәр
Ҡабаттан ҡарай күккә
Тик һүнә
Мөхәббәт

0:00 0:00