Текст песни
Бәхет ул аҡсала түгел
Иң мөһиме таҙа күңел
Ҡулдарыңды ҡаты ҡыҫам
Буялһа ла ҡара күмер
Оноттоҡ намыҫ эшен беҙ
Тиндәр өсөн ҡапланабыз
Сереп бөттө ҡаты нигеҙ
Ҡараңғы уйға батабыҙ
Юғалттыҡ беҙ кешелекте
Кеҫәгә төрөп һалабыҙ
Килмәгәнбеҙ мәңгелеккә
Байлыҡты ҡыуып сабабыҙ
Аңларға ваҡыттар етте
Бер урында тик торабыҙ
Кем беҙгә ярҙамын бирһен
Бер-беребеҙҙе батырабыҙ
Юғалттыҡ беҙ кешелекте
Кеҫәгә төрөп һалабыҙ
Килмәгәнбеҙ мәңгелеккә
Байлыҡты ҡыуып сабабыҙ
Аңларға ваҡыттар етте
Бер урында тик торабыҙ
Кем беҙгә ярҙамын бирһен
Бер-беребеҙҙе батырабыҙ
Миндә күрҙем мәймүн кешеләрҙе
Үҙ һүҙен юҡҡа сығарып бәрҙе
Яҡын йөрәккә алдым ул хәлде
Йәш кенә егет инем ул мәлде
Хәҙер инде күрһәм аптырамам
Насар ҡылыҡлы, ниятле кешеләргә тамам
Яҡын кешемә хисемде һалам
Ысынлап борсолған исем тик һинеке балам
Юғалттыҡ беҙ кешелекте
Кеҫәгә төрөп һалабыҙ
Килмәгәнбеҙ мәңгелеккә
Байлыҡты ҡыуып сабабыҙ
Аңларға ваҡыттар етте
Бер урында тик торабыҙ
Кем беҙгә ярҙамын бирһен
Бер-беребеҙҙе батырабыҙ
Юғалттыҡ беҙ кешелекте
Кеҫәгә төрөп һалабыҙ
Килмәгәнбеҙ мәңгелеккә
Байлыҡты ҡыуып сабабыҙ
Аңларға ваҡыттар етте
Бер урында тик торабыҙ
Кем беҙгә ярҙамын бирһен
Бер-беребеҙҙе батырабыҙ