Текст песни
Халҡың кеүек ябай ғына үҙең
Үҫкән ерең – болон, туғайы
Нисә быуындарҙы моңоң менән
Әсир иттең, башҡорт ҡурайы
Ер-Әсәбеҙ күреп һыҡтанғандыр
Башҡортомдоң әсе яҙмышын
Аһ-зарҙарын ҡурай иштеп ҡалып
Көйгә һалған халҡым һағышын
Ишетәмен кеүек моңдар аша
Буранбайҙың яҙған хаттарын
Үҙ ерендә иркен йәшәр өсөн
Халҡым һалған ғәзиз баштарын
Зөлхизәнең илап йырлағанын
Үҙәктәрҙе өҙгән Таштуғай
Илсе Ғайса, Урал, Азаматты
Күңелдәргә һалдың һин – ҡурай
Быуындарҙы быуын алмаштырҙы
Үҙгәрһә лә халҡым яҙмышы
Үҫкән тупрағына тарих һеңгәс
Һаман моңло ҡурай тауышы