Текст песни
Салам Рамадан
Йылға бер генә килә,
Беҙҙе бәхетле итә.
Ниндәй ай? Рамаҙан.
Ниндәй ай? Рамаҙан.
Байрамдарҙың изгеһе,
Белә уны күбеһе (һәр береһе)
Ҡабатла... Рамаҙан.
Ҡабатла... Рамаҙан.
ЛА ИЛЛЯХА ИЛЬ АЛЛАҺУ
Мухаммадан Расулюллаһ
Ауырлыҡтар килгәндә,
Күңелдәрең төшкәндә.
Ҡулыңа... ал Ҡөрьән.
Ҡулыңа... ал Ҡөрьән.
Ҡара болот юғалыр,
Көнөң кинәт аяҙыр.
Дауалар... тик Ҡөрьән.
Дауалар... тик Ҡөрьән.
ЛА ИЛЛЯХА ИЛЬ АЛЛАҺУ
Мухаммадан Расулюллаһ
Сафландыра Рамаҙан,
Һауыҡтыра гел Ҡөрьән.
Яҡын дуҫ? Пәйғәмбәр.
Яҡын дуҫ? Пәйғәмбәр.
Нурҙар өҫтәй Рамаҙан,
Белемле итә Ҡөрьән.
Уҡый бел... Хәҙистәр.
Уҡый бел... Хәҙистәр.
ЛА ИЛЛЯХА ИЛЬ АЛЛАҺУ
Мухаммадан Расулюллаһ
Бәлә-ҡазанан һаҡлар,
Һағышланыуҙан яҡлар.
Сүрәбеҙ... Фатиха.
Сүрәбеҙ... Фатиха.
Барыр юлдар уң булһын,
Хәлдәр яҡшырып торһон.
Бул әле... Доғала
Бул әле...
ЛА ИЛЛЯХА ИЛЬ АЛЛАҺУ
Мухаммадан Расулюллаһ
Әсәһе улына: Көн дә доға ҡылығыҙ.
Бала: Амин
Әсәһе улына: Итәғәтле булығыҙ.
Бала: Амин
Атаһы балаларына: Бәхет һорайым балалар.
Бал:а Амин
Атаһы балаларына: Һеҙ бит беҙҙең алмалар.
Бала: Амин
Яҡла беҙҙе хәсрәттән.
Бала: Амин
Атаһы Аллаһ Тәғәләгә :Һаҡлай күр бәләләрҙән.
Бала: Амин
Донъя рәхәтен тойоп йәшәйек.
Амин, йә раббил-галәмин.