Текст песни
Бөгөн йома! Оло йома!
Аҙнаның изге көнө.
Мәсеттәрҙә аҙан моңо
Күңелдә иман өнө.
Рәхмәттән башла көнөңдө,
Ҡыл һин йома намаҙын.
Яҙмышҡа рәнйемә бер ук,
Ҡабул итсе яҙғанын.
Бөгөн йома, оло йома--
Көндәрҙең иң изгеһе.
Иманлының йөҙө нурлы--
Күңеленең көҙгөһө.
Бөгөн йома, оло йома--
Көндәрҙең иң изгеһе.
Иманлының йөҙө нурлы--
Күңеленең көҙгөһө.
Әрүахтар көтәләрҙер--
Арнап доға ҡылайыҡ.
Изгелек аша Аллаһҡа
Яҡынайып ҡалайыҡ.
Хәйер бирәйек мохтажға,
Беләйек күрше хәлен.
Таба еҫтәре сығарып
Эсәйек йома сәйен.
Бөгөн йома, оло йома--
Көндәрҙең иң изгеһе.
Иманлының йөҙө нурлы--
Күңеленең көҙгөһө.
Бөгөн йома, оло йома--
Көндәрҙең иң изгеһе.
Иманлының йөҙө нурлы--
Күңеленең көҙгөһө.
Бер ҡасан да һуң түгел ул
Аллаһҡа һыйыныуы.
Тәүбә ҡотҡарыр үҙеңде,
Затыңды-ырыуыңды.
Бөгөн йома, оло йома--
Көндәрҙең иң изгеһе.
Иманлының йөҙө нурлы--
Күңеленең көҙгөһө.
Бөгөн йома, оло йома--
Көндәрҙең иң изгеһе.
Иманлының йөҙө нурлы--
Күңеленең көҙгөһө.