Текст песни
Әсәй зинһар өсөн «нимә булды ҡыҙым?»
Тиеп һин һорама.
Хәҙер минең өсөн инде төндәр тынһыҙ
Һәм күңелем яна.
Көнөн төнөн уйҙар тик уның турала
Әсәй ҡыйын миңә!
Уны күргән һайын әйтер һүҙ тапмайым
Һөйөү йорәгемдә.
Тик уны ғына әсәй минең йөрәгем һорай
Мөхәббәт ялҡынында мин янамын
Уны гына уйлайым һәм һағынып илайым
Нимә эшләргә миңә әйт әсәйем!
Тик уны ғына әсәй минең йөрәгем һорай
Мөхәббәт ялҡынында мин янамын
Уны гына уйлайым һәм һағынып илайым
Нимә эшләргә миңә әйт әсәйем!
Дуҫтар аптырайҙар, мине аңламайҙар,
Һәм улар белмәйҙәр
Һөйөү ялҡындары мөхәббәт уттары нисек яндыралар.
Әсәй ни эшләргә? Юҡмы әллә дауа?
Нисек һуң түҙергә?
Уҡыуҙарым бармай, күңелкәйем һыҡтай.
Һөйөү йөрәгемдә!
Тик уны ғына әсәй минең йөрәгем һорай
Мөхәббәт ялҡынында мин янамын
Уны ғына уйлайым һәм һағынып илайым
Нимә эшләргә миңә әйт әсәйем!
Тик уны ғына әсәй минең йөрәгем һорай
Мөхәббәт ялҡынында мин янамын
Уны гына уйлайым һәм һағынып илайым
Нимә эшләргә миңә әйт әсәйем!