Текст песни
Ағиҙел өҫтөндә томан
Йөрәктә һағыштан юрған
Аҡ томандар таралырҙа
Һағыш таралыр микән
Томан ағым һыу бер туған
Һары һағыш яңылыш һымаҡ
Үҙе әрһеҙ үҙе йәмһеҙ
Мәңге таралмаҫ һымаҡ
Таңдар ата көн яңара
Аҡ томандар тарала
Йәнкәй бәғерем йөрәгемде
Һағыштарҙан арала
Йәнкәй бәғерем йөрәгемде
Һағыштарҙан
Ай ли гөлкәем дә
Талдай нескә билкәйең
Ай ли гөлкәем дә
Талдай нескә билкәйең
Ай ли гөлкәем дә
Талдай нескә билкәйең
Бөгөлә лә һығыла ла
Иҫкән елдә
Яр буйында бөҙрә талдар
Һөйләшергә зар интизар
Булып йөрөгән хәлдәр бар
Өҙөлә лә үҙәк яна йорак
Йән дуҫтар көндәр көн һирәк
Йәйҙәр үтте бәхет эҙләп
Көҙ килде беҙҙе күҙләп
Таңдар ата көн яңара
Аҡ томандар тарала
Йәнкәй бәғерем йөрәгемде
Һағыштарҙан арала
Йәнкәй бәғерем йөрәгемде
Һағыштарҙан
Ай ли гөлкәем дә
Талдай нескә билкәйең
Ай ли гөлкәем дә
Талдай нескә билкәйең
Ай ли гөлкәем дә
Талдай нескә билкәйең