Перейти к содержимому
Обложка трека Тыуған ерем — Тимур Хан, Рустем Булатов
3:57

Трек

Тимур Хан, Рустем Булатов Тыуған ерем

Сингл · 2025 · Рок, Этническая

Скачать

Текст песни

Тыуған ерем, һөйгән йәрем
Кисер, һиндә гел тормайым
Елдәй еләм, һыуҙай ағам
Ер-йомғаҡҡа юл сырмайым

Юлдар оҙон, күрешеү тиҙ
Иҫең китер донъя тарға
Йыраҡ-йыраҡ аралар ҙа
Инә алмай араларға

Тамырға - дым, япраҡҡа - нур
Һин - илһамым, һин - көс-кәрем
Һинән башҡа мин - бисара
Башҡортостан, һөйгән йәрем

Алыҫтарға алып киткән юлдар
Бормаланып, тарта тыуған илгә
Йөрәккәйем шатлыҡ менән тибә
Тыуған ерем, улың ҡайтып килә

Сөнки минең күҙҙәремдә
Яна... яна һинең уттар
Гөрләй минең күкрәгемдә
Гөрләй һинең шарлауыҡтар

Сит ерҙәрҙең мәкеһенән
Ятып һыуҙар эскәнемдә
Һөйгәнемдең һынын күрҙем
Ҡараңғы һыу төптәрендә

Тамырға - дым, япраҡҡа - нур
Һин - илһамым, һин - көс-кәрем
Һинән башҡа мин - бисара
Башҡортостан, һөйгән йәрем

Алыҫтарға алып киткән юлдар
Бормаланып, тарта тыуған илгә
Йөрәккәйем шатлыҡ менән тибә
Тыуған ерем, улың ҡайтып килә

Алыҫтарға алып киткән юлдар
Бормаланып, тарта тыуған илгә
Йөрәккәйем шатлыҡ менән тибә
Тыуған ерем, улың ҡайтып килә

Комментировать

0:00 0:00