Обложка трека Язмыш хынай — Сирина Зайнутдинова
3:19

Сирина Зайнутдинова Язмыш хынай

Сингл · 2026

Скачать

Текст песни

Иртән яңылыш күлдәгемдең
Тиҫкәре яғын кейҙем
Сисеп әйләндереп кейҙем
Шатлыҡҡа булһын тинем

Сисеп әйләндереп кейҙем
Шатлыҡҡа булһын тинем

Гел уң ғына булмай ул
Гел һул ғына булмай ул
Яҙмыш кейгән күлдәк түгел
Сисеп ташлап булмай ул

Гел уң ғына булмай ул
Гел һул ғына булмай ул
Яҙмыш кейгән күлдәк түгел
Сисеп ташлап булмай ул

Һулын, уңын да кейҙергән
Тормошто йәшәйем һөйөп
Ауырлыҡтар аша килгән
Бәхетем татлы - тейеп

Ауырлыҡтар аша килгән
Бәхетем татлы - тейеп

Әле уңын кейҙерә
Әле һулын кейҙерә
Бирешмәм тиһәң дә ҡайһы саҡ
Бирешәм, бирештерә

Әле уңын кейҙерә
Әле һулын кейҙерә
Бирешмәм тиһәң дә ҡайһы саҡ
Бирешәм, бирештерә

Гел уң ғына булмай кеүек
Гел һул ғына булмай ул
Күтәрә алырмы- тейеп
Беҙҙе шулай һынай ул

Күтәрә алырмы- тейеп
Беҙҙе шулай һынай ул

Уң яғы бар, һул яғы бар
Кейгән кейемдәрҙең дә
Әйтеп бөтмәгән сере бар
Донъяларҙа кемдәрҙең дә

Әле уң яҡтан бәрә
Әле һул яҡтан бәрә
Сабыр күңел, түҙем йөрәк
Барыһын да күтәрә

Сабыр күңел, түҙем йөрәк
Барыһын да күтәрә

0:00 0:00