Перейти к содержимому
Обложка трека Өфө ҡалаһы — GALSAR
3:27

Трек

GALSAR Өфө ҡалаһы

Сингл · 2024 · Поп

Скачать

Текст песни

Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?
Һөйгән йөрәк яуабын йырға һалыр
Йырҙар йондоҙҙарҙай тыуыр ҙа һүнер
Өфө генә көндән-көн гүзәлләнер!

Эй, башҡалабыҙ — ғашиҡтар иле
Башҡа ҡаланың юҡ һиңә тиңе!
Ғашиҡ йөрәгем йыр булып тибә
Йырлаған һайын йырлағы килә!

Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?
Матурлыҡты яҡлар беҙҙә һәр батыр
Яҡты йондоҙ булып йыһанда ҡалҡыр
Йырлы йөрәктәрен күктәргә атыр!

Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?
Аяҙ уның күге, ә ере хозур
Йөрәк-йондоҙҙарҙан аҡ нур таралыр
Тау башындағы ҡала мәңге балҡыр!

0:00 0:00