Текст песни
Яңы йылдың ҡарҙары,
Яңы йыл бурандары.
Күңелгә тик шатлыҡтар,
Килтерә торғандары.
Хуш киләһең Яңы йыл!
Түрҙән уҙ,әйҙә,әйҙә!
Тыныслыҡ һәм именлекте,
Алып килһен һәр өйгә.
Теләгеҙ теләктәрҙе,
Иң оло мәхәббәтте.
Янда булған яҡындарға,
Әйтә беләйек рәхмәтте,
Яҡшы кәйеф,өмөттә,
Гөрләп йәшәйек бәхеттә.
Дуҫ-туғандар менән бергә,
Яратыуҙа,хөрмәттә.
Яңы йылдың ҡарҙары,
Яңы йыл бурандары.
Күңелгә тик шатлыҡтар,
Килтерә торғандары.
Хуш киләһең Яңы йыл!
Түрҙән уҙ,әйҙә,әйҙә!
Тыныслыҡ һәм именлекте,
Алып килһен һәр өйгә.