Обложка трека Хыялланам — ReeDan
3:08

ReeDan Хыялланам

Сингл · 2023

Скачать

Текст песни

Һинең яндарыңа,
Ҡанатланып ҡына,
Ҡыҫып ҡосаҡларға,
Хыялланам!

Беҙҙең арабыҙҙа:
Күп саҡрымдар.
Беҙҙең арабыҙҙа:
Тау, урмандар.
Беҙҙең арабыҙҙа,
Булһала диуарҙар,
Беҙҙе айырмаҫтар,
Беҙҙе ҡушалар яҡты йондоҙҙар!
Уларға ҡарап мин,
Уйҙарға батам мин.
Хыял донъяһына,
Инеп ҡаламын мин.
Унда бик рәхәт!
Унда тик бәхет!
Унда беҙ икәү!
Шул минең бәхет!

Һинең яндарыңа,
Ҡанатланып ҡына,
Ҡыҫып ҡосаҡларға,
Хыялланам!

Барырға
Йылға ярына,
Унда ҡалырға.
Беҙҙе уратҡан,
Болоттарға еткән,
Тауҙар ғына!
Тик беҙ икебеҙ
Һәм бер кемһеҙ,
Ҡайғылар нимә икәнен
Белмәй, беҙ йәшәрбеҙ!
Тик беҙ икебеҙ,
Ҡайғыларһыҙ,
Һандуғастар һайраған Моңдарын беҙ тыңларбыҙ!
Тик беҙ икебеҙ,
Мәңге йәшәрбеҙ!
Хыялланамын мин һәр саҡ:

Һинең яндарыңа,
Ҡанатланып ҡына,
Ҡыҫып ҡосаҡларға,
Хыялланам!

0:00 0:00