Перейти к содержимому
Обложка трека Ғүмерлек минут — Гальсар Байгускарова
3:52

Трек

Гальсар Байгускарова Ғүмерлек минут

Сингл · 2025 · Поп

Скачать

Текст песни

Беҙ бергәбеҙ йыл менән йыл араһында
Минут менән минуттарҙың ҡарашында
Аҡ нурға сумған ер йөҙө
Аҡ нурҙа йорттар
Үҙе бер ғүмер шикелле ошо минуттар
Аҡ донъяның аҡлығында сафлыҡтар ғына
Аҡлыҡҡа тиң сафлыҡҡа тиң шатлыҡтар ғына
Һүнмәҫкә ҡабынғандыр ул бөгөнгө уттар
Миңә мәңгелек шикелле ошо минуттар

Һин миңә Яңы йыл кеүек
Һин миңә Яңы йыр кеүек
Һин миңә ҡабатланмаҫ минут
Ғүмерлек минут
Ғүмерлек минут

Беҙ бергәбеҙ йыл менән йыл ҡауышҡанда
Теләк менән теләк килеп табышҡанда
Юлдарҙа юлдаш булһындар йән дуҫтар ғына
Йөрәкте баҫһын бәхетле ағыштар ғына
Үтһен ғүмер үҙәктәрҙе өҙҙөрөп кенә
Ап-аҡ хыял-ҡанаттарҙа елдереп кенә
Ҡабатланмаҫ таңдар килеп ҡабатланһындар
Ҡабатланмаҫ көндәр килеп ҡабатланһындар

0:00 0:00