Текст песни
Төлкөсура алып ҡулға ҡылыс-ҡалҡан
Яуға сыҡҡан илгә килгәс ҡанлы заман
Онотолһа уның даны, аҫыл ирҙәр
Халкыбыҙҙы киләсәктә кем һуң биҙәр?
Рух булмаһа тыуған илде һаҡлап булмай
Төлкөсура васыяты бына шулай
Кем ҡабатлар Төлкөсура батыр юлын?
Ҡанға батҡан халыҡҡа ул һуҙған ҡулын
Арыҫландай дошмандарға ташланһала
Минзәләлә дар ағасы ғүмрен ала
Мәргән юҡта уҫал бүре малға бара
Киҫәр өсөн дошман юлын алға ҡара
Рух булмаһа тыуған илде һаҡлап булмай
Төлкөсура васыяты бына шулай.