Текст песни
Ҡара күҙҙәреңә мин ҡарайым ҡабат
Яралама йөрәгемде
Сөнки мин һөйәмен һине
Бәхетемә бала кеүек мин ҡыуанам
Мин һағынам мин ашығам
Хыялым минең һин инең
Мөхәббәткә мин талпынам
Һиңә генә мин ашҡынам
Икебеҙ бергә булмаһаҡ
Мин юҡһынам мин һағынам
Ҡулда хыял әйҙә бергә үреләйек
Йәнем ялғанға батҡанда
Ҡанаттарыбыҙ һынмаһын
Шөкөр тейеп һәр бер атҡан таңдарыма
Янып һөйгән ике йәндең
Мөхәббәт мәңге һүнмәһен
Мөхәббәткә мин талпынам
Һиңә генә мин ашҡынам
Икебеҙ бергә булмаһаҡ
Мин юҡһынам мин һағынам