Обложка трека Янды көйөп — IRDAN
2:56

IRDAN Янды көйөп

Сингл · 2025

Скачать

Текст песни

Һин уйлама,
Мин оноттом тейеп.
Бергә үткәрелгән,
Ысыҡлы, таңдарҙы.
Аяғым билеңдән,
Ә һин ҡосағымда.
Уңайһыҙ булһала,
Тик бер уй,
Һин янымда.
Иртәнсәк торһаң,
Ашарға әҙер.
Яраттыҡ, һөйҙөк,
Тик белмәнек, ҡәҙер.
"Беҙ икәү"- тигән һүҙҙәр,
Юҡ инде хәҙер,
Юҡ инде хәҙер.

Теләгем юҡ,уянырға.
Һин булмағанға янымда.
Хәҙер һин тик телефонда.
"Бөтән һине күргем килмәй" - тейеп,
Сығып киттең йөрәкте төйөп.
Ғәйлә усағы янынды көйөп.
Янды көйөп.

Матур күҙҙәрең
Матур һүҙҙәрең
Мине тағы алдай.
Нишәп иламаһын , егет,
Егет тағы үкереп иламай.
Үтмәҫ бушлай
Йөрәгебеҙ — беҙҙең түңәрәк.
Кемдер әйтер арттан:
"Ул егеткә шул ғына кәрәк".
Тағын илайым, тағын, уйнайым —
Һинең менән ошо уйынды.
Ҡайтара алмайым, юя алмайым —
Яҙылған минең яҙмышты.
Минең йөрәгем аҙашты,
Күтәрә алмайым башты.
Ә бәләкәй бала һүрәтендә,
Ике йөрәк тағы ярашты.

Бала илай, бала уйлай,
Ғәйебен үҙенән эҙләй.
Әйтегеҙсе, зинһар,
Нишәп ике оло йөрәк
Бәләкәй йөрәкте аңламай?
Уның ғына мөхәббәте
Ғаиләне тота алмай...

Теләгем юҡ,уянырға.
Һин булмағанға янымда.
Хәҙер һин тик телефонда.
"Бөтән һине күргем килмәй" - тейеп,
Сығып киттең йөрәкте төйөп.
Ғәйлә усағы янынды көйөп.
Янды көйөп.

0:00 0:00